Áudio tour

Áudio tour1773–1775 йылдарҙағы халыҡ хәрәкәтенең 1–се этабы

1773-сө йылдың 17-се сентябрендә дон казагы Емельян Пугачев етәкселегендә бер нисә тиҫтә яйыҡ казактары, ҡалмыҡтар һәм татарҙар Толкачевтар хуторынан Яйыҡҡаласығына табан ҡуҙғалған. Рәсәй тарихында ҙур урын алып торған 1773-1775-се йылдар Крәҫтиәндәр һуғышы шулай баш-ланған.
Иң тәүҙә башҡорттарҙы баш күтәреүселәргә ҡаршы яуға мобилизацияларға тырышҡандар. Шундай маҡсат менән Ырымбур губернаторы И.А. Рейнсдорп 25-се сентябрҙә Пугачев отрядтарына ҡаршы сығыу өсөн 500 баш-ҡорттан торған команда йыйыу тураһында указ сығара.
1773-сө йылдың октябрендә, Өфө провинцияһы канцелярияһының ҡарарын үтәп, Юлай Аҙналин Стәрлетамаҡ районы пристаненә Салауат етәксе-легендә атлылар отрядын ебәрә. Унда 2355мең кешенән торған берҙәм баш- ҡорт-мишәр отряды формалаша.
Был отряд кенәз Ураков менән Нуғай юлы Кыркули-Минск олоҫо старшинаһы Әлибай Мырҙағолов командованиеһында генерал Кар ҡарамағына Бикҡол ауылына (Ырымбурҙан 70 саҡрым) Ырымбурға һәм бүгәсәү их-тилалын туҡтатыуҙа ярҙам итеү өсөн ебәрәләр. Ул ваҡытта отрядтарҙы баш күтәреүселәр янына күсереү өсөн әүҙем агитациялар күҙәтелә, был отрядтар-ҙа уны Кинйә Арыҫланов алып бара.
Кинйә Арыҫланов – Нуғай юлының Бошман-Ҡыпсаҡ олоҫо старшинаһы. Ул беренсе булып Пугачевҡа ҡушылған һәм аҙаҡҡа тиклем уға тоғро бу-лып ҡалған.

Paradas do passeio

Análises

Nenhum comentário ainda

Escreva a primeira análise
A minimum rating of 1 star is required.
Please fill in your name.