Áudio tour

Áudio tourЗал 4. 1773-1775- се йылдар халыҡ хәрәкәтенең 3-сө этабы.

Крәҫтиәндәр һуғышының 3-сө этабы хәрәкәт үҙәген Урта һәм Көньяҡ Волга буйына күсереү менән характерлана. Салауат Юлаев - Себер даруғаһында, Ҡаранай Моратов, Ҡасҡын Һамаров, Һеләүһен Кинзин һ.б. Нуғай да-руғаһында, Баҙарғол Юнаев, генерал Юламан Ҡушаев һәм полковник Мөхәмәт Сафаров – Башҡортостандың Урал аръяғында ихтилалсыларға етәк-селек итеп, Башҡортостанда ҡала. Улар хөкүмәт ғәскәрҙәренең байтаҡ көсөн ошонда тота.
Хәрби командование менән урындағы властар Башҡортостанды Пугачев ярҙам эҙләп кире килә алырлыҡ урын тип һанаған. 1774-се йылдың 25 се авгусында Царицын янында Баш ғәскәр еңелә һәм бөтөнләй юҡҡа сыға.
1774-се йылда июлдең икенсе яртыһында Салауат Юлаев ихтилалды ҡайтанан күтәрә. Яңыртылған отряд менән ул Өфөгә юллана. Провинция үҙәген ҡулға төшөрөү бик мөһим була. Был ваҡытта унда табан Ҡәнзәфәр Усаев, Һеләүһен Кинзин, Ҡаранай Моратов, Ҡанбулат Йәлдәшев һ. б. юллана.
Июлдең егермеләрендә улар Өфөнән 50-60 саҡрым ерҙә эш итә. Әммә тиҙҙән Ҡәнзәфәр Усаевтың отряды емерелә, Өфөгә ярҙамға хөкүмәт ғәскәрҙәре килә, етмәһә, карателдәр янына, баш күтәреүселәргә ҡаршы бик әүҙем көрәшеп, хөкүмәткә тоғролоҡтарын дәлилләргә тырышыусы бик күп баш-ҡорт, мишәр, татар старшиналары сыға башлай.
Бындай осраҡта Өфө районында хәрби эштәр башҡарыуҙың фәтүәһе булмай. Шуға ла 1774-се йылдың авгусынан Салауат Юлаев баш күтәреүселәр көрәшен Башҡортостандың төньяғында һәм төньяҡ-көнсығышында башлай.
Был ваҡытта Салауаттың хәрби һәм ойоштороу һәләттәре айырыуса асыҡ күренә. Хатта Пугачев ҡулға алынғас та, Салауат был яҡтарҙағы әүҙемлеген туҡтатмай. Был ваҡытта Салауат атаһы менән бергә, нигеҙҙә, таулы Башҡортостанда эшмәкәрлек алып бара. Улар Ҡатау заводын ҡамап алып, 1774-се йылдың октябрендә хөкүмәт ғәскәрҙәре килгәнсе, уны ҡамауҙа то-талар. Артыҡҡанҡойош булмаһын өсөн, Салауат менән Юлай ҡамауҙағыларға бер нисә тапҡыр бирелергә тәҡдим итә.

Paradas do passeio

Análises

Nenhum comentário ainda

Escreva a primeira análise
A minimum rating of 1 star is required.
Please fill in your name.