Áudio tour

Áudio tourЗал 6. Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә.

Әҙәбиәттә Салауат Юлаевтың исеме беренсе тапҡыр 1784-се йылда телгә алына. Германияның Галле ҡалаһында А.Ф. Бюшингтың “Яңы тарих һәм география йыйылмаһы” тигән йыллыҡ журналында “Фетнәсе Емельян Пугачев һәм уның бола күтәреүе тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәр” тип аталған аноним эш донъя күрә. Бында Салауат Юлаев тураһында ла яҙылған. Һуңғараҡ авторҙың исем-фамилияһы асыҡлана – ул Петербург фәндәр Академияһы академигы, рус тарихсыһы Г.Ф. Миллер.
Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Салауат Юлаевтың тормошон, хәрби эшмәкәрлеген, шиғри ижадын Ф.Д. Нефедов, Р.Г. Игнатьев, М.В Лоссиевский өйрәнә башлай.
Нәфис әҙәбиәттә Салауат Юлаев тураһында беренсе романды рус яҙыусыһы Степан Злобин яҙа. Роман донъяның 28 теленә тәржемә ителгән. Зло-биндың романы буйынса “Салауат Юлаев” тип аталған нәфис фильм да тө-шө-рөлә, төп ролде Арыҫлан Мөбәрәков башҡара. Тамара Нечаева ла Салауат Юлаевтың бюсын нәҡ Мөбәрәковтың һыны өлгөһөндә яһай.
Бындай бюстар Салауат районында өсәү: беҙҙең музей алдында, икенсеһе – “Янғантау” шифаханаһында, өсөнсөһө – Юлай (Шағанай) ауылында. Дүртенсе бюст Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында урынлаштырылған, бишенсеһе – Эстонияның Палдиски ҡалаһында.
Һеҙҙең алда Салауат Юлаевтың иң беренсе бюсының фотографияһы, авторы – рус скульптуры Исидор Фрих Хар. Был бюст – үткән быуатты 20-се йылдарында яһалған иң бәләкәй скульптура, ул Башҡортостандың М.В. Нестеров исемендәге дәүләт Художество музейында һаҡлана.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Башҡортостан Республикаһы халҡы Салауат Юлаев исемендәге самолет, танк, бронепоезд булдырыуға аҡса йыйған. Һеҙҙең алда Салауат исемендәге бронепоезд фотографияһы.
Артабан Тәкәй ауылы урынындағы мәрмәр стела, Малаяҙ ауылы янындағы Салауат ҡаяһы фотографиялары.
Салауат исеме менән әле беҙ торған район аталған. Был район 1935 –се йылдың 31-се ғинуарында булдырылған һәм, район үҙәгенең исеме һымаҡ, Малаяҙ районы тип аталған. Урындағы халыҡ районды Салауат исеме менән атар өсөн хөкүмәткә мөрәжәғәт итеп бер нисә йылдар буйына хаттар яҙған. 1941-се йылдың 4-се мартында уны Салауат районы тип үҙгәрткәндәр. Һеҙҙең алда Райондың исемен алыштырыу тураһында указ.
Салауат исемен Башҡортостан Республикаһының иң матур ҡалаларының береһе – Салауат ҡалаһы – йөрөтә. Ул беҙҙең райондан 400 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡалаға ингән саҡта халыҡты атта елеүсе Салауат һы-ны ҡаршы ала.
Ә был билдәле скульптор Тамара Павловна Нечаева яһаған Салауат бюсының фотографиялары.шулай уҡ был стендта Эшселәр ҡасабаһына Салауат исемен биреү тураһында указ. Йәнәштә Ҡасабаға ҡала статусын биреү тураһында указ.

Paradas do passeio

Análises

Nenhum comentário ainda

Escreva a primeira análise
A minimum rating of 1 star is required.
Please fill in your name.