Áudio tour

Áudio tourЗал 3. 1773-1775- се йылдар халыҡ хәрәкәтенең 2-се этабы

Халыҡ хәрәкәтенең 2-се этабында төп ваҡиғалар Башҡортостан территорияһында йәйелә.
Көньяҡта эште Ҡасҡын Һамаров, Ҡотлогилде Абдрахманов, Һеләүһен Кинзин һәм башҡалар атҡара.
Стәрлетамаҡ районы пристанендә карателдәр отрядтары менән көрәште Ҡаранай Моратов алып бара. Емельян Пугачевтың төп ғәскәре яҡынайыу менән Уҫы һәм Ҡазан юлдарында алыштар көсәйә. Покров, Әүжән-Петровск һәм Белорет заводтары, Магнит ҡәлғәһе аша Пугачев Башҡортостандың Урал артына йүнәлә.
1774-се йылдың апрель-май айҙарында Салауат атаһы менән бергә Эҫем-Ҡатау районында эш итә. И.И. Михельсон Салауат отрядтарын эҙәрлекләй. 1774-се йылдың 8-се майында Ерал йылғаһы буйында ҡаты алыш була. И. Михельсон генерал-поручик Ф.Ф. Щербатовҡа ошондай доклад еткерә: “Мы нашли такое супротивление, какого не ожидали. Злодеи, не уважая на-шу атаку, прямо пошли к нам навстречу…”
Баш күтәреүселәр Ҡаратаулы ауылына табан сигенә, аҙаҡтан – Эҫем за-водына. 23-сө майҙа Салауат заводты яндыра, әммә унан алда, артыҡҡорбандар булмаһын өсөн, ундағы халыҡты тарата.
1774-се йылдың 2-се майында Үрге Ҡыйғы ауылы янында Салауат менән Пугачев осраша. Аҙаҡтан, Пугачевтан һорау алғанда, ул был осрашыуға Салауат өс мең кешенән торған ғәскәр алып килгәнен әйтә. Пугачев янына килеп еткәс, Салауат былай ти: “ Это стоит наше башкирское войско, и мы дожидаемся ваше величество”. Был тарихи осрашыу Әмир Арыҫлановтың “Салауат менән Пугачев” картинаһында күрһәтелгән.

Paradas do passeio

Análises

Nenhum comentário ainda

Escreva a primeira análise
A minimum rating of 1 star is required.
Please fill in your name.