Audio tour

Audio tour Зал 5. Салауат Юлаевтың һуңғы йылдары

Киләһе көнгә бында ошондайыраҡ бығауҙар тағып, аталы–уллыны Балтика порты Рогервикка мәңгелек каторгаға ебәрәләр. Хәҙер ул Эстония Рес-публикаһының Палдиски ҡалаһы. Эстонияға Салауат менән Юлайҙы 1775-се йылдың 29 ноябрендә алып барып еткерәләр.
Ни өсөн нәҡ был ерҙе һайлағандар? Екатерина Икенсе уйлауынса, был урын Крәҫтиәндәр һуғышы булған ерҙәрҙән йыраҡ һәм халыҡ уларҙы ҡотҡара алмаясаҡ. Сит тел, сит дин – халыҡ улар менән аралаша ла алмай. Һыуыҡ диңгеҙ климаты, ел каторжандарҙың сәләмәтлеген тиҙҡаҡшатасаҡ. Порт төҙөү өсөн дә буш эшсе көстәр кәрәк.
Барлыҡ каторжандар ҙа Балтика портын төҙөгән. Был төҙөлөш Петр Беренсе ваҡытында уҡ төҙөлә башлаған. Тиҫтә йылдар буйына каторжандар диңгеҙ янына таштар ташыған. Көнө буйына төҙөлгәнде тулҡын төн эсендә йыуып емереп торған. Унда көслө ағым, йыш дауылдар булған.
Был урында ул портты төҙөп булмаясағын аңлағас, һау каторжандарҙы Себергә ебәрергә ҡарар иткәндәр: Нерчин рудниктарына йә төҙөлә башлаған Иркутск буҫтау фабрикаһына. Төҙөлгән исемлектә Салауат Юлаев та була. Ләкин уның исемен шундуҡ һыҙып ташлайҙар, сөнки ул сәйәси енәйәтсе һаналғас, күсереп йөрөтөлөргә тейеш булмаған. Салауатҡа һәңғә көндәренә тиклем шунда ҡалырға тура килә.

Fermate tour

Recensioni

Non esistono ancora recensioni

Scrivi una recensione per primo
A minimum rating of 1 star is required.
Please fill in your name.

Crea i tuoi audio tour!

L'uso del sistema e l'app di guida per dispositivi mobili sono gratuiti

Avvia

App preview on iOS, Android and Windows Phone